Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2023, 09:09

ОШО ӨС ӘЙБЕРҘЕ БАРЫҺЫ ЛА БЕЛҺӘ ИНЕ УЛ...

Ни бары өс нәмә...Ә кешене бәхетле итә

Ҡайһы берҙә, етди сәбәп булмаһа ла, яҡын кешебеҙ менән мөнәсәбәт боҙола. Улар беҙҙе түбәнһетергә, кәмһетергә тырышҡан һымаҡ тойола. Быларҙың бөтәһе лә беҙҙең кәйефтә сағыла, төшөнкөлөккә бирелдерә. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң, нисек уйлайһығыҙ?

Быларҙың бөтәһе лә - уйҙарыбыҙ һәм ҡылыҡтарыбыҙ һөҙөмтәһе. Йыш ҡына үҙ-үҙебеҙ менән гармонияла йәшәү кеүек иң мөһим нәмә тураһында онотоп, матди әйберҙәргә ваҡланабыҙ. Ә бит эргә-тирәләге кешеләр, уратып алған мөхитебеҙ, тормошобоҙ менән риза булып йәшәү өсөн күп тә кәрәк түгел. Ни бары өс нәмә тураһында оноторға ярамай, тигән бер аҡыл эйәһе. Бына улар:

- өс нәмә бер ваҡытта ла әйләнеп ҡайтмай: ваҡыт, әйткән һүҙ, мөмкинлек;

- өс нәмәне юғалтырға ярамай: тыныслыҡ, өмөт, намыҫ;

- өс нәмәнән дә ҡәҙерлерәге юҡ: иман, мөхәббәт, ышаныс;

- өс нәмәнән дә ышанысһыҙыраҡ әйбер юҡ: власть, уңыш, мөлкәт;

- өс нәмә кешенең кем икәнлеген асып һала: тырышлыҡ, тоғролоҡ, маҡсатҡа ирешеү;

- өс нәмә кешене юҡҡа сығара: араҡы, маһайыу, уҫаллыҡ;

- өс нәмәне әйтергә өйрәнергә кәрәк: “мин һине яратам”, “ғәфү ит”, “ярҙам ит”.

Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе.

ОШО ӨС ӘЙБЕРҘЕ БАРЫҺЫ ЛА БЕЛҺӘ ИНЕ УЛ...
ОШО ӨС ӘЙБЕРҘЕ БАРЫҺЫ ЛА БЕЛҺӘ ИНЕ УЛ...
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас