Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Ноября 2023, 08:30

“Шаляпин” Әмир ауылына килгән

Стәрлебаш районы Әмир, Ибрай ауылы халҡы боланды шефлыҡҡа алған

Добавить в предпочтительные источники Google
“Шаляпин” Әмир ауылына килгән“Шаляпин” Әмир ауылына килгән
“Шаляпин” Әмир ауылына килгән

Яңыраҡ Эльвера менән Зәбир Ғәйнуллиндарға януар менән осрашыу бәхете йылмайҙы.
“Былтыр беҙҙән 50-60 саҡырым йыраҡлыҡта урынлашҡан Ибрай ауылына эйәләгәйне. Уға Шаляпин тип ҡушамат биргәндәр. Хәҙер урман буйлап беҙҙең ауылға ҡунаҡҡа килә башланы. Тармаҡ-тармаҡ ҙур мөгөҙлө мөһәбәт кәүҙәле әкиәти персонаж”, - ти һоҡланыуының сиге булмаған Эльвера Рәис ҡыҙы. Януар өркәк түгел. Зәбир Карам улы ҡурҡмай болан янына барып, ҡулдан икмәк менән һыйлаған, күнәк менән бойҙай ҙа биргән.
Халыҡ ырым-юрауҙарына ҡарағанда, болан осраған кешегә бәхет йылмая, тиҙәр. Ғәйнуллиндар ғаиләһенә лә именлек теләйбеҙ, уңыш юлдаш булһын. Ә боланды һунарсылар йыраҡ-йыраҡтан урап уҙһын: сөнки ул - “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән ҡыр хайуаны.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас