Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2023, 10:03

«Башҡортостан тажы 2023»

Ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Башҡортостан тажы 2023» республика гүзәллек бәйгеһенең - «Рәсәйҙең алтын тажы 2023» бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсының төбәк этабының финалы үтте

«Башҡортостан тажы 2023»«Башҡортостан тажы 2023»
«Башҡортостан тажы 2023»

Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән конкурстың финалында туғыҙ матур ҡыҙ ҡатнашты. Бәйгеселәргә үҙҙәре тураһында һөйләргә, милли кейемдәрҙә һәм киске күлдәктәрҙә сығыш яһарға, шулай уҡ ижади номер уйлап табырға кәрәк ине. Яҡташыбыҙ Зәйнуллина Динара Роберт ҡыҙы бөтә этаптарҙы ла үтәне һәм «Башҡортостан һылыуҡайы 2023» исеменә лайыҡ булды. Ул күптән бындай конкурста ҡатнашырға хыялланған. Шулай уҡ финалдан Һуң Динара Башҡортостан делегацияһы менән Мәскәүгә «ESTET FASHION WEEK» мода аҙналығын ябыуға ла барып ҡайтты. Уға «Башҡортостан подиумы королеваһы» исеме бирелде.

«Башҡортостан тажы 2023»
«Башҡортостан тажы 2023»
«Башҡортостан тажы 2023»
Автор:Дина Ишматова
Читайте нас