Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2023, 10:15

Нөгөшмө, Нәгәшме?

Тел байлығын “арттырыусылар” күп... Һеҙ хаталы яҙыуҙарҙы күргәнегеҙ бармы ? Фотоға төшөрөп ебәрегеҙ, берәй сараһын күрербеҙ!

Нөгөшмө, Нәгәшме?Нөгөшмө, Нәгәшме?
Нөгөшмө, Нәгәшме?

“Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре тураһында”ғы законға ярашлы, ойошма-учреждениеларҙың алтаҡталары урыҫ һәм башҡорт телендә яҙылырға тейеш. Тик урысҫа яҙылғаны дөрөҫ булһа ла, башҡортсаларында хаталар йыл күҙгә ташлана.

Ысынлап та, был бик етди мәсьәлә, сөнки алтаҡталар ойошма, фирма һәм ерлектең визит картаһы булып тора. Дәүләт телен дөрөҫ ҡулланыу халыҡтарҙың бер-береһенә ҡарата ихтирам билдәһе ул.

Яңыраҡ  мәләүездәрҙең йәненә тейеп, Восточный ауылы яғы боролошондағы юл күрһәткесен хаталы яҙып киткәндәр.  Ҡала төҙөлөшө һәм архитектура бүлеге хеҙмәткәрҙәре был яҙыуҙа уларҙың ҡыҫылышы булмауын әйтте. Тейешле ведомство вәкилдәре йыл аҙағына тиклем был яҙыуҙың төҙәтеләсәгенә вөғәҙә бирҙе.

Нөгөшмө, Нәгәшме?
Нөгөшмө, Нәгәшме?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас