Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Декабря 2023, 07:15

Яңы йыл кисәһе байрамына ниндәй күлдәк һайларға?

Кейемгә килгәндә, әлбиттә, тәнгә ятып торғанын, күңелеңә килешкәнен һайлау кәрәк.

Яңы йыл кисәһе байрамына ниндәй күлдәк һайларға?Яңы йыл кисәһе байрамына ниндәй күлдәк һайларға?
Яңы йыл кисәһе байрамына ниндәй күлдәк һайларға?

Ҡытай календары буйынса, яңы 2024 йыл йәшел ағас Аждаһа йылына тап килә. Үҫеү һәм сәскә атыу символы - йәшәйеште, үҫеште, яңырыуҙы, ә ағас тотроҡлоҡто, көстө аңлата. Аждаһа йыш ҡына хазинаны һаҡлаусы көслө йән эйәһе булараҡ символлаштырыла. Шуға ла ҡытайҙар аждаһаға ялтырауыҡ, алтын әйберҙәр оҡшай, тип ышана. Шуға күрә Яңы йыл ҡаршылағанда бындай кейем, биҙәнеү әйберҙәре урынлы буласаҡ.

 Кейемгә килгәндә, әлбиттә, тәнгә ятып торғанын, күңелеңә килешкәнен һайлау кәрәк. Шулай ҙа йондоҙҙар фаразлауынса, был кистә йәшел, ҡыҙыл, алтын-һары төҫтәр бәхетте үҙенә тарта.  Ҡара, фиолет төҫтәре лә ярай, ә бына йондоҙҙар байрам кисендә аҡ төҫтәге кейемде хупламай. Ҡыҙыл төҫтәгеһе тормошоғоҙға дәрт, мөхәббәт, энергия йәлеп итәсәк. Йәшел төҫ яратҡандар үҙ тормошона аҡса, карьера үҫешен, йәшлек йәлеп итә. Яңы мөмкинлектәр йәлеп итергә теләһәгеҙ, фиолет төҫөн һайлағыҙ. Көс, тәрбиәлелек йәлеп итергә теләһәгеҙ, яңы йыл кисендә ҡара төҫтәге кейем һайлағыҙ. Аждаһа байлыҡ ярата, шуға ла ялтыр кейемлеләр йыл дауамында популяр, бай була, ти йондоҙҙар. Яңы йыл кейеменә алтын биҙәүестәр, ҡиммәтле таштар менән биҙәүестәр ҙә Яңы йыл символына оҡшаясаҡ.

 

Яңы йыл кисәһе байрамына ниндәй күлдәк һайларға?
Яңы йыл кисәһе байрамына ниндәй күлдәк һайларға?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас