Яңылыҡтар
22 Декабря 2023, 04:09

Өфөләр подъезда йыланға тап булған

Өфөләр йорт подъезында йылан күреп, ҡотҡарыусыларҙы саҡырған.

Добавить в предпочтительные источники Google

 Экзотик ҡунаҡ бөгөн иртән Октябрь проспектындағы биш ҡатлы йорттоң подъезында, батареяла йылынып ятҡан. Сағыу төҫлө йылан хужаларҙы ҡурҡыуға һалған.

Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре килеп, саҡырылмаған ҡунаҡты тотҡан.

«Башинформ»ға идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлегә ул - отряд подразделениеһында. Әгәр йыландың хужаһы табылмаһа, уны ирекмәндәргә бирергә уйлайҙар. 

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/1865506

Өфөләр подъезда йыланға тап булған
Өфөләр подъезда йыланға тап булған
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас