Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2023, 08:15

Иш янына ҡуш булыр: иштуғандар изге эш башҡара

Иштуған ауылынан "Изгелек" төркөмө эштән һәм өй мәшәҡәттәренән буш ваҡытта махсус хәрби операцияға ярҙамды быйыл да әүҙем дауам итә.

Иш янына ҡуш булыр: иштуғандар изге эш башҡараИш янына ҡуш булыр: иштуғандар изге эш башҡара
Иш янына ҡуш булыр: иштуғандар изге эш башҡара

Ауыл халҡы менән берлектә тиҙ арала аҡса йыйып яугирҙәргә Яңы йыл күстәнәсе булһын тип сираттағы посылка тупланылар. Унда ауыл уңғандары Миләүшә апай Сәфиуллина, Альбина Күсербаева, Зөбәйҙә Ҡотлосурина , Фәниә апай Биктимерова бәйләгән йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр гуманитар ярҙам йәшниктәрендә урын алды. Төркөм ҡыҙҙары йыйылышып тәмле күстәнәскә тип бауырһаҡ бешерҙеләр. Шулай уҡ посылкаға портатив газ плитәләре, газ баллондары, дарыуҙар, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм башҡа бик күп әйберҙәр һалынды. Төркөмдөң иң әүҙем ағзалары Сәүиә Йәнбиҙина, София Байрамғолова, Вәсилә Мөхәмәтшина , Рабиға Халиковаға , Таңһылыу Әлмөхәмәтоваларға ҙур рәхмәт. Улар бөтә ерҙә лә өлгөрә. "Беҙ үргән селтәрҙәр кемдеңдер ғүмерен һаҡлар", - ти төркөмө етәксеһе Булатова Флорида Ғәйнислам ҡыҙы.        
Беҙҙең ебәргән посылкаларҙы алған һалдаттар тыуған яҡтарын иҫкә төшөрөп, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, рух ныҡлығы, дәрт алһалар бик шат булыр инек тигән өмөттә апайҙар.

Иш янына ҡуш булыр: иштуғандар изге эш башҡара
Иш янына ҡуш булыр: иштуғандар изге эш башҡара
Иш янына ҡуш булыр: иштуғандар изге эш башҡара
Иш янына ҡуш булыр: иштуғандар изге эш башҡара
Иш янына ҡуш булыр: иштуғандар изге эш башҡара
Иш янына ҡуш булыр: иштуғандар изге эш башҡара
Иш янына ҡуш булыр: иштуғандар изге эш башҡара
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас