Үҙем дә яратмайым шул салют, тирә-яҡҡа ут сәсрәтеп шартлаған фейерверктарҙы. Ҡапыл шылтыраған телефондың тауышын кәметеп, ҡолаҡҡа ҡуям. Теге оста танышымдың хәүефле тауышын ишетеп, күңелде шом баҫты. “Бөтәһе лә яҡшы, һеңлем, һиңә бер тема” – тигән була теге ағай.
Ҡыҫҡаһы, уның хәбәрен һүҙмә-һүҙ һеҙгә лә яҙам:
- 31 декабрь малдарҙы тәрбиәләп, күршеләргә йортҡа күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушып, Стәрлетамаҡҡа улым менән киленемә ҡунаҡҡа йыйындыҡ. Ҡаланы яратмайым: һауаһын да, кешеләрен дә, урамын да. Бөтә ерҙә ялтыр-йолтор, машиналар күп, кешеләре тағы ла күберәк. Супермаркет тигәндәрендә сираттың оҙонлоғон күрһәгеҙ икән! Ауылда бәләкәй генә булһа ла, бөтә нимә ус төбөндәгеләй күренеп ятҡан магазинды һағынып ҡуйҙым. Ҡыҫҡаһы, апайығыҙ менән ауыл күстәнәстәре тейәлгән тоҡ өҫтөнә мандарин, емеш- еләк өҫтәп, улымдың яңыраҡ ҡына алған дөйөм ятағы алдына килеп еттек. Бейек йорт подъезына инеү менән иҫерек егет-ҡыҙҙарҙың күплеге салынды күҙгә. Тағы ауыл иҫкә төштө, беҙҙә былай эсеп йөрөгәндәр юҡ ул, әллә ололарға күрһәтмәй күңел асалармы икән!? Лифт юҡ, ауыр тоҡтарҙы күтәреп юғарыға үрмәләү еңел түгел икән минең йәштә. Иң бейектә, туғыҙынсы ҡатта икән бүлмәһе. Оҙоооон коридор, ярай апайығыҙ бүлмәһенең номерын белә, барып индек балалар янына. Мин ни эйәреп кенә йөрөгәс, ҡараманымда, күрмәнем дә ишектәге һанды. Килен балаҡай өтәләнеп йөрөй, табындары мул ғына. Ит-фарш, ҡаҙ-тауыҡ, күстәнәстәрҙе һыуытҡысҡа урынлаштырғас, өҫтәл артына ултырҙыҡ. Бер- ике сәғәттән, Яңы йылды ҡаршылағас, өсәүләшеп Яңы йыл шыршыһы урынлашҡан майҙанға барып килергә булдылар. Минең арыуым да еткән ине, шунлыҡтан йөрөмәҫкә булдым. Ҡыҫҡаһы, китте минекеләр. Бүлмәләре тынсыу, тышта ла йылы, майка менән генә ултырам, барыбер эҫе. Әҙерәк тәмәке көйрәтеп инәйем тип, коридорҙың теге осона барҙым да, тәҙрә төбөнә ултырып, кинәнеп ҡаланы күҙәтәм. Ысынлап та, бейектән ҡала йондоҙҙар емелдәгән күл һымаҡ икән. Ултыра торғас, өшөтә башланы. Ҡуй, инеп ятайым, тип коридор буйлап киттем дә... йөрәгем туҡтай яҙҙы. Мин бит бүлмәнең номерын ҡараманым, иғтибар ҙа итмәнем, телефоным да куртка кеҫәһендә бүлмәлә ҡалды!
Бер осонан икенсеһе саҡ-саҡ күренгән коридор буйлап нисә тапҡырҙар үткәнмендер. Таң атҡанға тиклем шулай йөрөнөм дә йөрөнөм һалҡын коридорҙарында. Сәғәт иртәнге 7-лә кенә ҡайтты тегеләр. Оҙаҡ йөрөгөнөҙ тип әрләп булмай, үҙем ғәйепле. Ҡайнар сәй эсеп, саҡ йылынып йоҡлап киттем. Бына шулай мажаралы булды быйылғы Яңы йыл”.
Таныш ағайҙың коридор буйлап йөрөгәнен күҙ алдына килтереп, сәйемде көлә-көлә эстем. Йәлләп тә ҡуйҙым, ирҙәр бигерәк балалар һымаҡ булып китә бит ваҡыты менән, эйеме?! Аждаһа йылында бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә йәшәргә насип булһын, шулаймы!?