Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Ғинуар 2024, 06:15

Илдәр буйлап матайҙа сәйәхәт иткән башҡорт егете һеҙгә сәләм еткерә

Мәскәүҙән матай менән донъя күрергә сәйәхәткә сыҡҡан егет август-сентябрь айҙарында Төркиә, Грузия, Әрмәнстан илдәрен үткән.

Илдәр буйлап матайҙа сәйәхәт иткән ашҡорт егете һеҙгә сәләм еткерәИлдәр буйлап матайҙа сәйәхәт иткән ашҡорт егете һеҙгә сәләм еткерә
Илдәр буйлап матайҙа сәйәхәт иткән ашҡорт егете һеҙгә сәләм еткерә

Бар бит арабыҙҙа шәп йәштәр! Улар буй етмәҫлек кеүек тойолған юғары уңыштарға өлгәшә. Шундай егеттәрҙең береһе - Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Ғәзим Мөхәмәтйәнов.

Ул күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға тотонған. Мәскәүҙән матай менән донъя күрергә сәйәхәткә сыҡҡан. Август-сентябрь айҙарында егет Төркиә, Грузия, Әрмәнстан илдәрен үткән. Шуныһы һәйбәт: уның сәфәрендә тик изге кешеләр осрап  тора! Сәйәхәттең икенсе өлөшөндә Ғәзим  Иран, Пакистан, Һиндостан илдәренә юл тота. 10-12 мең саҡрымлыҡ юл үтеп, 26 ғинуарҙа Дели ҡалаһына барып етергә ниәтләй яҡташыбыҙ.

Сәйәхәтсе үҙенең ҡайҙа булыуын, ниндәй мажараларға осрауы, яңы дуҫтар табыуы хаҡында үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙып бара. Хәйерле юл һиңә, Ғәзим!

Фото: Ғәзим Мөхәмәтйәнов

 

Илдәр буйлап матайҙа сәйәхәт иткән ашҡорт егете һеҙгә сәләм еткерә
Илдәр буйлап матайҙа сәйәхәт иткән ашҡорт егете һеҙгә сәләм еткерә
Илдәр буйлап матайҙа сәйәхәт иткән ашҡорт егете һеҙгә сәләм еткерә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас