Яңы йылда Мәләүез үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлегендә тәүге сабый булып ҡыҙыҡай тыуҙы. Сабый 4 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11 тула 1 минуттан тыуҙы, ауырлығы - 4 килограмм 260 грамм, буйы - 53 сантиметр. Әсәйҙең дә, сабыйҙың да хәле ҡәнәғәтләнерлек.
Әгәр йыл башында ҡыҙ бала тыуһа, йыл уңышлы буласаҡ, тигән ырым бар. Ата-әсәгә һәм яңы тыуған ҡыҙға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Салауат Өмөтбаев, Мәләүез үҙәк район дауаханаһының баш табибы.