Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Ғинуар 2024, 14:50

Йөҙгә яҡын кеше һәләк булған

Шул уҡ ваҡытта 200-ҙән ашыу кешеһе хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.

Йөҙгә яҡын кеше һәләк булғанЙөҙгә яҡын кеше һәләк булған
Йөҙгә яҡын кеше һәләк булған

Японияла Яңы йыл көслө ер тетрәүҙәр менән башланды.

Илдең үҙәк өлөшөндә Исикава һәм Ниигата префектуралары янында 200-ҙән ашыу ер тетрәү булған, уларҙың иң ҡеүәтлеһенең магнитудаһы 7,6-ға еткән. «Сика» АЭС энергоблоктарының береһендә һыуытыу шыйыҡсаһы ағыуы теркәлгән һәм ике трансформаторҙың үткәргес торбалары өҙөлгән. «Фукусима» АЭС-с булған һәләкәте ваҡытында шулай уҡ ҡулланылған ядро яғыулығын һыуытыу системаһы зыян күргәнен ҡайһы берәүҙәр хәтерләйҙер. Ул саҡта радиация менән бик ҙур территория зарарлана. 10 йылдан һуң да Япония был авария эҙемтәләрен бөтөрөүен дауам итә. Бөгөн зарарланған һыуҙы океанға ағыҙалар. Бөгөн иһә күп илдәр Япониянан балыҡ һатып алыуҙан баш тарта.

Японияның ер тетрәүҙәр серияһынан һуң емереклектәр байтаҡ: 100-ҙән ашыу бина ғына етди зыян күргән. Илдең үҙәк өлөшөндә 35 меңдән ашыу йорт хужалығы электрһыҙ ҡалған. Рәсми һәләк булғандар һаны 100 кеше тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта 200-ҙән ашыу кешеһе хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Әммә әле тынысланырға иртәрәк, сөнки ер тетрәүҙәр әле лә дауам итә: 6 ғинуарҙа иртән 5,3 магнитудалы ер тетрәү теркәлгән. Сейсмологтар яңы ер тетрәүҙәр ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Донъяла тетрәнеүҙәр, кеше һәләкәте кәмеһен ине, тип теләйбеҙ.

Йөҙгә яҡын кеше һәләк булған
Йөҙгә яҡын кеше һәләк булған
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас