Тотороҡһоҙ һауа торошо шарттарында бина ҡыйыҡтарынан ҡар һәм боҙ төшөүе, шулай уҡ матди зыян күреү, бәхетһеҙ осраҡтар барлыҡҡа килеү ихтималлығы бар. Граждандарҙы айырыуса иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Урам буйлап хәрәкәт иткәндә аҫылынып торған боҙбармаҡтарҙан алыҫыраҡ торорға, улар янында, шулай уҡ ағастар, реклама таҡталары, автотранспорттың ышанысһыҙ конструкциялары янында туҡтарға ярамай. Тығыҙ торлаҡ төҙөлөшө шарттарында коммуналь хеҙмәттәр ҡуйған ҡоймаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк, унда боҙбармаҡтар эленгән йәки ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәре барыуы мөмкин.Урамда бик тайғаҡ.
Боҙланған баҫҡыстар һәм күтәрмә иң хәүефле урын булып һаналғанын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Яндауырҙарға тотоноғоҙ. Өйҙән ваҡыт запасы менән сығырға тырышығыҙ.
Аяҡ аҫтына ҡарағыҙ, ҡурҡыныс урындарҙы урап үтергә тырышығыҙ. Боҙло урынды урап үтеү мөмкинлеге юҡ икән, уның буйлап саңғысы кеүек, шыума ғына аҙымдар менән үтегеҙ.
Юлда бик иғтибарлы булығыҙ - ашыҡмағыҙ һәм йүгермәгеҙ.