Көнгәк
+4 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Января 2024, 10:15

Мәләүез районынан Кристина исемле гүзәл ҡатын МХО зонаһына ире һәм ҡустыһы янына барып ҡайтҡан

Ысын мөхәббәт алдында бер ниндәй кәртәләр ҙә юҡ: йәш, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу ҡатындың был аҙымы тураһында ишетеп, күпте күргән өлкәндәр ҙә баш сайҡай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәләүез районынан Кристина исемле гүзәл ҡатын МХО зонаһына ире һәм ҡустыһы янына барып ҡайтҡанМәләүез районынан Кристина исемле гүзәл ҡатын МХО зонаһына ире һәм ҡустыһы янына барып ҡайтҡан
Мәләүез районынан Кристина исемле гүзәл ҡатын МХО зонаһына ире һәм ҡустыһы янына барып ҡайтҡан

Уларҙың татыу,  матур ғаиләһендә ул менән ҡыҙ тәрбиәләнә. Ире махсус хәрби операцияға юлланғас, ваҡытлыса ғаилә башлығы урынына ҡалған Кристина был ваҡиғаны бик ауыр кисерә. Тәүәккәл ҡатын ире янына ике ай эсендә өс тапҡыр барып өлгөргән. Апрелдә тормош иптәшен ҡыҫҡа отпускаға ҡайтарғандар. Яңы йылды бергә ҡаршы алмаҫын аңлағас, республиканың башҡа  ерҙәренән тағы өс ҡатын күстәнәстәр алып, махсус хәрби операция төбәгенә юлға сыға. “Ҡустым   - хәрби, уның ҡушаматы - “Комета”, алдан Сүриәлә булып ҡайтты. Һалдаттар, яҡындарым янында булып, уларҙың беҙҙең һөйөүгә,  ярҙамға мохтаж икәнлеген аңланым”, - ти Кристина.

Мәләүез районынан Кристина исемле гүзәл ҡатын МХО зонаһына ире һәм ҡустыһы янына барып ҡайтҡан
Мәләүез районынан Кристина исемле гүзәл ҡатын МХО зонаһына ире һәм ҡустыһы янына барып ҡайтҡан
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас