Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Февраль 2024, 10:51

Курсташ

   

КурсташКурсташ
Курсташ

Автор рөхсәтенән тыш күсереп алыу ҡәтғи тыйыла.


- Курсташ,
һинме был?!

Был һорауҙы асыҡ ишетһәм дә, әле генә Шүлгәнташ мәмерйәһендә алған тәьҫораттарға бирелеп, иғтибар итмәнем. Был тиклем халыҡ араһында бөткәнме ни таныштарын осратҡандар... Экскурсоводҡа яҡтыртҡыстарҙы тапшырғандан һуң, алға сапҡан тиктормаҫ улымды ҡыуып етер өсөн мин дә аҙымдарымды ҡыҙыулаттым.

- Туҡта инде, әллә эреләнеп киткәнһең, әллә танымай маташаһың? – ҡулыма ҡағылған һылыу ҡатынды, ысынлап та,саҡ сырамыттым.

Бәй, курсташым Гөлкәй ҙә баһа,танымаҫлыҡ та шул - уҡыған ваҡытта уҡ һылыулығы менән күптәрҙең һушын алған сибәркәй саҡ ҡына тулыланып, тағы ла күркәмләнгән, нәзәккәтле, көйәҙ ҡатын ҡорона ингән.

Иң күңелле, иң гүзәл йәшлек йылдарыңды бергә уҙғарған дуҫ-иштәр шул тиклем ҡәҙерле була бит ул, беҙ ҙә, әйтерһең дә, кисә генә хушлашҡанбыҙ – арабыҙҙа тиҫтәнән ашыу йыл ятмаған да һымаҡ, ҡосаҡлашып туйғандан һуң,ауыҙға ауыҙ терәп сөкөрҙәшә башланыҡ. Кем ҡайҙа йәшәй, эшләй, нисә балаһы бар, бергә уҡығандарҙан кем ҡайҙа – һорауҙар бер-бер артлы ағылды.

- Кисә килгәндә юлды күрҙең бит, Бөрйәнде сығып еткәнсе ҡараңғы төшәр, бик оҙаҡлама, - Гөлкәй янына килеп баҫҡан мыҡты кәүҙәле ир миңә һаулашып баш ҡаҡты ла, машиналар яғына йүнәлде.

- Ирем был, аптырама, - әңгәмәсем минең һораулы ҡарашымды абайланы, булһа кәрәк.

- Атаҡ, Ирек менән айырылыштығыҙмы ни? – студент саҡта уларҙың Ләйлә менән Мәжнүндәй һөйөүенә шаһит булғанлыҡтан уның яуабы мине тағы ла нығыраҡ аптыратты.

- Юҡ инде ул Ирек...

Гөлкәйҙең тыныс ҡына әйтелгән был һүҙҙәре иһә мине бөтөнләй телһеҙ ҡалдырҙы. Нисек инде... Ниңә... Ни өсөн...

- Ихтыярһыҙ ине бит ул, кеше һымаҡ тормош көтә лә белмәне. Йөрөй хәҙер ҡайҙалыр бомж булып. Әллә тере, әллә үле, белгән юҡ. Ике балаһын минең елкәгә һалды ла, ҡотолдо. Әл дә был иремде осраттым, бер ниндәй хәсрәт күрмәй, балға-майға сумып йәшәйбеҙ. Йә ярай, миңә ҡуҙғалырға ваҡыт, курсташтарҙы күрһәң минән сәләм күндер, - әңгәмәсем муйынымдан йәнә бер һығып ҡосаҡланы ла ары китте, мин иһә һушымды йыя алмай тороп ҡалдым.

... 90-сы йылдар аҙағында БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары төйәкләнгән 1-се ятаҡтың иң матур пары ине бит улар. Һәр ваҡыт етәкләшеп йөрөгән, бер-береһенән күҙҙәрен алмаған егет менән ҡыҙҙың 3-сө курсты бөтөр-бөтмәҫтән никахҡа инеүенә бер кем дә аптыраманы. Бер бөтөндөң ике яртыһы, бер йән, бер тән ине улар. Һәр хәлдә беҙгә, йәшлектән илереп йөрөгән, танауҙарына “еҫ” керә башлаған ҡыҙҙарға, ситтән шулай тойолдо. Һоҡланып та, хатта ҡай саҡ бер аҙ ғына көнләшеп тә ҡуя инек уларҙан.  Булһа була бит ул шундай пар килгәндәр: икеһе лә сибәр, икеһе лә яҡшы уҡый, әүҙем, ә инде бергәләп йырлап ебәрһәләр, пар һандуғастар һайрай тип торорһоң!    

Студенттар шундай халыҡ бит инде ул:икмәге булһа - тоҙо юҡ, тоҙо булһа -шәкәре бөткән. Бер мәл шулай нимәлерһорап, Гөлкәйҙәр йәшәгән күрше бүлмәгә туҡылдаттым. Яңы ғына никахлашҡан ваҡыттары ине, буғай, Ирек еңдәрен һыҙғанып кер элеп йөрөй.

- Кәләш эш ҡушып китте әле бына...

 Атайымдың өй эсендәге ҡатын-ҡыҙ эштәренә бөтөнләй тығылмауын күреп үҫкәс, йәш кейәүҙең кер йыуыуын мәҙәктойоп, эшенә күҙ һалдым да, арҡыры бауға эленгән Гөлкәйҙең  эске кейемдәренкүреп, ауыҙым асылды.

Бына ни өсөн бүлмәләштәре уны “иреңде хәҙерҙән бейетәһең генә” тип шелтәләгән икән...

Серҙәребеҙ артыҡ берекмәһә лә, Гөлкәйни өсөндөр мине яҡын күрҙе, ара-тирә серҙәрен дә ярып һала ине, хатта туйҙарына ла шаһит итеп саҡырҙы. Бәхетле көндәрен апрель башына тәғәйенләһәләр ҙә, ҡапыл ғына уйлашып, март аҙағында үткәрергә булдылар. Сәбәбе лә бар икән: Гөлкәйҙең бергә үҫкән әхирәте ошо көндә кейәүгә сыға, туйҙы бер көндә уҙғарыуы ҡыҙыҡ та... Йәш кәләш өсөн ҡыҙығын ҡыҙыҡ та, туй ҡунаҡ түгел шул, ныҡлы әҙерлек кәрәк. Хәйер, башҡаларҙы илап еңеп өйрәнгән ҡыҙға атаһы менән әсәһен күндереүе ауыр булмай. Кейәү яғына “шунса-шунса көндә килеп етмәһәгеҙ, туй булмаясаҡ” тигән хәбәр ебәрелә.

...Ярай, тәғәйенләнгән көн дә килеп етте, беҙ инде төркөмөбөҙҙән өс ҡыҙ, кистән үк килеп етеүгә ҡарамаҫтан, ГөлкәйҙеңИнйәр йылғаһының буйынан-буйына һуҙылған иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле ауылына һаман һоҡланып туя алмай йонсойбоҙ. Өй эсе иртәнән алып сыр-сыу килә: апай-еңгәләр әленән-әле өҫтәлгә аш-һыу теҙә, беҙ иһә йәш кәләш тирәһендә уралабыҙ, үҙебеҙсә уны биҙәндерәбеҙ, сәсен рәтләйбеҙ.  

Бына төш тә етте, тик ҡоҙалар һаман да юҡ. Сәғәт бер булды, ике... Хәҙер инде йәш кәләш кенә түгел, беҙ ҙә борсола башланыҡ. Бер нисә өй аша ғына гөрләгән икенсе туй, ана, загсҡа барып  ҡайтып, урамды яңғыратып машиналарҡысҡыртып та үттеләр.

- Киләләр! Киләләр!

Тыштан йүгереп килеп ингән малайҙың яр һалыуын ишеткәс, барыбыҙ ҙа иркен тын алдыҡ, тик ни ғәжәп, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға сығыу урынына Гөлкәйҙең әсәһе ҡулдарын йәйеп ишеккә арҡыры торҙо.

- Берегеҙ ҙә сыҡмайһығыҙ! Ваҡытында килергә ине, уҡытам мин был хәйерселәрҙе!

Уның был ҡылығына барыһы ла шаҡ ҡатһа ла, холҡон барыһы ла беләлер – береһе лә ҡаршы өндәшмәне. Ҡапҡаны ун минуттай ғына дөбөрләттеләр, буғай. Ниһайәт, барыһы ла тышҡа йүнәлде. Беҙ ҡыҙҙы йәшереп сығыуыбыҙға аңлашып бөткәйнеләр инде. Баҡтиһәң, ҡоҙалар тейәлешеп килгән автобус яҙғы йомшаҡ ҡарға сумған да, шуны сығара алмай йонсоғандар икән.

Туй күңелле генә башланып китте, геү килеп ҡыҙ эҙләнеләр, бер аҙ һыйланып алғас загсҡа барып ҡайттыҡ, һандыҡ астылар, артабан уйын-көлкө китте. Ирек тә, кәләшенең турһайыуына иғтибар итмәҫкә тырышып, өлтөрәп торҙо, әленән-әле алдына һый өйҙө, наҙлы һүҙҙәрен йәлләмәне, хатта тыштағы бәҙрәфкә лә туфлиҙарын бысратмаһын өсөн күтәреп кенә алып барҙы.

Бүләктәр тапшырыу башланғас, иң тәүге һүҙ төп ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға бирелде.

- Бер машина, - тине Гөлкәйҙең колхоз рәйесе булып эшләгән атаһы.

- Беҙҙән бер һыйыр, - Иректең әсәһенең тауышы  уңайһыҙланған һымаҡ шым ғына яңғыраны. Уның ҡарауы ҡоҙағыйының “Харап икән” тигән мыҫҡыллы ыҫылдауын барыһы ла асыҡ ишетте...

Ярай ҙа уңайһыҙ тынлыҡты гармун тауышы бүлде.

Төн уртаһында шау-шыуҙан арып, Гөлфиә әхирәтем менән яландай иркен  өйҙөң бер бүлмәһендә ял итеп алырға булдыҡ.

- Апай, улар бит беҙҙе һанға һуҡмай, кәмһетеп ҡарай!

Таҡта менән бүленгән икенсе бүлмәнән сыҡҡан әрнеүле тауыш һиҫкәндереп ебәрҙе, кеше хәбәрен тыңларға ярамай икәнлеген белһәк тә, ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы тыя алмай, ҡолағыбыҙҙы ҡарпайттыҡ. Туҡта, һулҡылдап илаған ир Ирек түгелме һуң? Шул бит, шул!

...Күңелдә ике төрлө тойғо ҡалдырған был туй нисәмә йылдар үтһә лә, онотолмай, хәтергә уйылып ҡалды. Уҡып бөткәс, улар тыуған яғына ҡайтты, мин иһә яҙмыш ҡушыуы буйынса бөтөнләй сит яҡҡа юлландым. Тәүге йылдарҙа уртаҡ таныш-тоноштар аша бер аҙ хәбәрләшеп торҙоҡ. Гөлкәйҙе ҡайтыу менән мәғариф бүлегенә эшкә алғандар, тинеләр. Ике-өс йылдан һуң уларҙың Өфөгә күсеүен, Иректең оҙон аҡса артынан әле Себергә, әле Мәскәүгә эшкә йөрөүен  ишеттем. Аҙағыраҡ инде тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, курсташтар онотолдо, тиергә лә була.

Башҡаларға баһа бирергә беҙ фәрештәтүгел, был донъяла һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ күрәсәге, үҙ холҡо, үҙ булмышы. Шулай ҙа күңелгә ҡорт булып инеп ултырған бер уй һаман да мейемде сүкей: шундай ихлас күңелле, тормошҡа ғашиҡ Иреккә ни булған? Һындымы ул, әллә һындырҙылармы?... 

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

* Исемдәр әхлаҡи күҙлектән сығып, үҙгәртеп алынды.

Автор - Гөлназ Сәйетбатталова. Автор рөхсәтенән тыш күсереп алыу ҡәтғи тыйыла.

Курсташ
Курсташ
Автор:Дина Ишматова
Читайте нас