16 февралдә 4-5 балллы геомагнит тирбәлеүҙәр фаразлана. Ошо сәбәптән кешеләрҙең эмоциональ фоны күтәреләсәк. Шулай уҡ йоҡо менән проблемалар булыуы ихтимал. 17 февралдә, иң көслө магнит дауылы була, уның көсө 6 балға етә. Ярһыусанлыҡ, мускулдар һәм быуындар ауыртыуҙары, ҡан баҫымы күтәрелеүе мөмкин. Был - февраль айындағы иң ауыр көн, шуға күрә эксперттар физик, эмоциональ, психологик эштәрҙе кәметергә кәңәш итә. 18 февралдән 20-нә тиклем дә көслө дауыл эҙемтәләре һиҙеләсәк. Кешеләр көсһөҙлөк һәм һүлпәнлек тойорға мөмкин. 22 февралдә ҡояшта тағы ла бер ялҡын сығыуы көтөлә, ул уртаса көслө геомагнит дауылға килтерә. Метеоға бәйле кешеләр уны икенсе көндө лә тоясаҡ. Ҡояш әүҙемлегенең тағы бер юғары нөктәһе 26-27 февралгә планлаштырылған, ул саҡта 5 балл көслө ҡояш дауыл көтөлә. Артыҡ ауырлыҡ һәм ашҡаҙан-эсәк юлы менән проблемалары булған кешеләргә еңел туҡланыу рационына таянырға, күберәк һыу ҡулланырға һәм физик көсөргәнешлектән ҡасырға кәңәш ителә. Геомагнит дауылы 28 февралдә лә дауам итәсәк, был һаулығы насар һәм психик яҡтан тотороҡһоҙ кешеләргә ныҡ тәьҫир итә ала.
Магнит дауылға нисек әҙерләнергә? Алкоголь ҡулланыуҙы, тәмәке тартыуҙы, кофе һәм көслө сәй ҡулланыуҙы минималь кимәлгә төшөрөргә кәрәк. Яҡшы йоҡларға, саф һауала күберәк ваҡыт үткәрергә кәрәк. Зыянлы һәм ауыр аҙыҡтан баш тартыу, һыу һәм еңел үлән төнәтмәләрен эсеү мөһим. Ҡулығыҙҙа баҫымды нормалләштереү өсөн кәрәкле дарыуҙар тотоғоҙ. Аныҡ ҡарар ҡабул итеүҙе, фекерләүҙең аныҡлығын, аҡыл көсөргәнешлеген, тиҙлекте талап иткән мөһим эштәрҙе кисектерергә кәрәк .