14 февралдә ҡаланың «Һаулыҡ» саңғы трассаһында Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, район-ҡаланың Почетлы гражданы, 1-се мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Николай Антошкин иҫтәлегенә ярыш үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Николай Иванович Мәләүездә саңғы спортына нигеҙ һалған.
Спорт байрамы 250-ләп ҡатнашыусыны йыйҙы. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар, физкультура хәрәкәте ветерандары һәм саңғы спортын яратыусылар бар ине. Ҡышҡы спорт төрөн яратыусылар уҙышырға ғына түгел, ә саф һауа һулау, аҙна буйына яҡшы кәйефтә йөрөү, шулай уҡ 1-се мәктәптең физик культура уҡытыусыһын хөрмәтләү өсөн йыйылды.