Был хәл 2017 йылдың ҡышында, көслө буран көндө булған.
Мәләүез егете Аяз, күрше ҡалала йәшәгән ҡыҙы менән осрашыуҙан ҡайтып, Ҡаран ауылына еткән.
Ҡар күп яуыу сәбәпле ул яй ғына барған. Ҡапыл водитель машина алдында ғына юл аша сығып барған йәйәүлене күреп ҡала. Йәш егет ҡапыл тормозға баҫа, һөҙөмтәлә уның автомобиле юл ситенә сығып оса. Машинанан сыҡҡас та ул йәйәүленең ҡурҡмағанмы икәнен белеү өсөн йүгерә. Тик тирә-яҡта бер кемдең дә булмауын аңлай.
Телефонын алыр өсөн юл ситенә кире төшкәс, Аяз кемдеңдер уны саҡырыуын ишетә. «Кемделер күреп, юлдан ситкә остоңмо?- тип һорай бер ир. - Бында йыш ҡына шундай хәл булғылап ала шул». Егет бер мәлгә генә машинаһына әйләнеп, әңгәмәсеһенә кире боролһа, эргәһендә бер кем дә булмауын күрә.
Был нимә булды икән? Бөтөнләй айыҡ һәм арымаған водитель менән шундай хәл булырға мөмкинме? Был параллель донъянан күренеш булдымы икән әллә? Бәлки, был хәл Аязды ҙурыраҡ бәлә-ҡазанан ҡотҡарғандыр.
Ни тиһәң дә был ваҡиға йәш ир өсөн һаман да сер булып ҡала. Шул ваҡыттан алып ул юлдың был өлөшөн айырыуса иғтибарлы һәм һаҡлыҡ менән үтә...
Динә ИШМӘТОВА.