Был хәл бер йыл элек тыуған ҡаламда булды.
Туғандарым менән һөйләшеп туйғас, ҡайтыу яғына юл тоттом. Ҡараңғы төшкәйне инде. Юл тайғаҡ булыуы арҡаһында яй ғына барам. Светофорға туҡтағас, киләһе светофорҙы ҡарарға ғәҙәтләнгәнмен.
Был юлы шуға иғтибар иттем: машиналар йәшелгә туҡтай ҙа, ҡыҙылға ҡапыл ҡуҙғала. Яҡынлашҡас ҡына светофор янында ике кешене күреп ҡалдым. Улар водителдәргә уңға ла, һулға ла боролорға бирмәй икән, баҡһаң. Уларҙы бәрмәҫ өсөн, миңә ҡапыл тормозға баҫырға тура килде.
Туҡтау менән был ике ир машинам янына йүгереп килде лә, икеһе ике яҡтан ишекте тартҡылай башланы. Ҡурҡышымдан нимә эшләргә белмәнем – был әҙәм аҡтыҡтарының күҙендә бер нур юҡ, быяла һымаҡ. Тәҙрәгә һуғып, ишектәрҙе тартҡылай бирҙеләр.
Әммә Аллаһы Тәғәлә мине ҡотҡарҙы! Бына был хәл ғәжәп булды минең өсөн. Ябылғандан һуң көскә асылғанға күрә мин ишекте “блок”ка ҡуймай торғайным. Был көндө лә мин уларға ҡағылманым. Тимәк, автоматик рәүештә бикләнгән һәм мине Күк ғәли йәнәптәре енәйәтселәрҙән ҡотҡарған.
Газ бирһәм дә, боҙ булғас, машина бер урында тик тора. Икенсе тиҙлеккә һалып, моторҙы үкертеп урынымдан ҡуҙғалдым. Был икәү арттан бамперға тибеп тороп ҡалды. Ныҡ ҡурҡҡайным, был урамдың ҡалған өлөшөн нисек үткәнемде лә хәтерләмәйем.
Башымды төрлө уй биләне: был егеттәргә нимә кәрәк булды икән? Бәлки, улар башҡа берәүҙе туҡтатҡандыр? Был водитель менән нимә булды икән? Ә, бәлки, яуыз ниәттәре лә булмағандыр. Ярҙам ғына кәрәккәндер? Уларҙың нурһыҙ күҙе, нимә эшләгәндәрен белмәй ҡыланыуҙары иҫкә төштө лә, был уйҙар шунда уҡ юҡҡа сыҡты.
Башҡа водителдәр өсөн борсолоуым интернетта, социаль селтәрҙәрҙә светофор янындағы ошо икәүгә бәйле яңылыҡтар күрмәгәс, мин бер аҙ тынысландым...