Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Март 2024, 08:02

Һайлауға - бөтә ғаилә менән!

Өс көн дауам итһә лә, һайлауҙың тәүге көнөндә үк Мәләүездең һайлау участкаларының күбеһендә сират тороп тауыш бирҙеләр. Ҡәҙимге эш көнө булһа ла, бөтә ғаилә менән килеүселәр күп булды. Бер ғаиләнән өсәр-дүртәр кеше һайларға килеүселәр бар ине. Үҙе һайлаған, ил башлығы булырға лайыҡлы тип һанаған кандидатҡа тауышын биреп, эшкә ашыҡтылар.

Һайлауға - бөтә ғаилә менән!Һайлауға - бөтә ғаилә менән!
Һайлауға - бөтә ғаилә менән!

Розалина һәм Фидаил Ғәҙелшиндар иртән иртүк килде. Йәштәр үҙҙәре менән бәләкәс ҡыҙҙары Айлинды ла алып килгән.
- Мин йыраҡҡа эшкә йыйынам, шуға үҙ участкабыҙҙа тауыш биреп китергә ашыҡтым, - ти ғаилә башлығы.

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас