20 мартта Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханала матур һәм йылы сара үтте. Осрашыу шағир Кәрим Сәлимовтың юбилейы хөрмәтенә ойошторолдо. Шулай уҡ ул халыҡ-ара шиғриәт көнөнә арналды.
Осрашыу ысын мәғәнәһендә күңелле үтте, унда шиғырҙар уҡынылар, шулай уҡ туған телдә йырҙар башҡарылды. Сара ҡунаҡтары әҙәби донъяһында билдәле Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ шәхестәре, шулай уҡ Мәләүез күп профилле колледжы студенттары булды.