Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
25 Марта 2024, 08:32

Был аҙнала Башҡортостанда тәүге яҙғы ямғырҙар көтөлә

Яуһын әйҙә, ҡар ирегәндән ҡалған бысраҡты йыуыр.

Был аҙнала Башҡортостанда тәүге яҙғы ямғырҙар көтөләБыл аҙнала Башҡортостанда тәүге яҙғы ямғырҙар көтөлә
Был аҙнала Башҡортостанда тәүге яҙғы ямғырҙар көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, +7 градус, таулы райондарҙа +12 градусҡа тиклем.

Иртәгә, 26 мартта, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус, аяҙытҡанда -9 градусҡаса. Көндөҙ +4, +9 градус.

Шаршамбыла ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4 градус, көндөҙ +1, +6 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-25/na-etoy-nedele-zhiteley-bashkirii-zhdut-pervye-vesennie-dozhdi-3698795

Автор:Галина Бахшиева.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас