Спорт һарайында өсөнсө тапҡыр физкультура-спорт хәрәкәте ветераны, «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» исеменә лайыҡ Виктор Нуйкин иҫтәлегенә мини-футбол буйынса турнир уҙҙы. Мемориалды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡатнашты һәм Башҡоротстан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Рамаҙан Рамаҙанов исеменән Мәләүез футбол командаһына спорт формаһы тапшырҙы.
Сарала Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаһы һәм Фёдоровка районы спортсылары ҡатнашты.