Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Март , 15:35

Мөғжизә! Ҡайттылар!

   

Мөғжизә! Ҡайттылар!
Мөғжизә! Ҡайттылар!

Йылы көньяҡ илдәрҙән, оҙайлы ҡыштан һуң меңдәрсә ҡанатлылар ҡайта.

Ҡаҙҙар - бик ҙур ҡоштар, улар, ни тиклем сәйер булһа ла, күсмә булып тора. Улар көньяҡ сиктәрҙән бик иртә ҡайта. Улар үҙҙәренә генә хас булған тауыштар сығара, ҡаҙҙарҙы бер ҡош менән дә бутап булмай. Төрлө төбәктәргә ҡоштар төрлөсә ҡайта. Йылыраҡ ерҙә - мартта, үҙәк райондарға һәм Төньяҡҡа апрелдә. Ҡоштар оя ҡороу һәм тоҡом сығарыу урындарына оса. Ысын яҙ тап ҡаҙҙар менән килә, тип иҫәпләнә.

Һәм бына бөгөн, 28 мартта, ҡыр ҡаҙҙары күрше Күгәрсен районында күренде. Ҡанатлылар тыуған яҡтарына ҡайта, тимәк, бөтә тере тәбиғәт менән бергә улар яҙҙың килеүен хуплай.

 

Видеоға һылтанма: https://vk.com/video

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: