Үҙемде тәжрибәле водитель тип уйлайым, ни тиһәң дә, автомобиль менән идара итеүемә 10 йыл була. Яңыраҡ минең менән ҡыҙыҡ бер хәл булды. Интернет селтәрҙәрендә ҡыҙыҡлы бер видеояҙма күргәс, ошондай хәлдең үҙем менән дә булыуы тураһында яҙып китмәк булдым. Ҡыҫҡаһы, оҙаҡ йылдар тик машинала ғына хәрәкәт иткән ир, автомобилен ремонтҡа тапшырғас, ярты метр ҙа атлай алмай, йығыла ла китә. Яңыраҡ үҙем дә бер нисә көнгә автомобилһеҙ ҡалдым.
Ҡала урамдары киҫешкән боролошта аварияға осраған ике машина күрҙем. Ә ҡаршыға юғары тиҙлектә тағы берәүһе елдерә. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса кеҫәгә тығылған һул ҡулымды һә тигәнсе тартып алып, водителгә иҫкәртеү һәм иғтибарлыраҡ булһын өсөн, яҡтылыҡ сигналдары рычагын эҙләй башланым, аяҡтарым менән автоматик рәүештә тормоз педалдәрен эҙләйем. Шунда ғына үҙемдең йәйәү китеп барыуымды аңлап, көлөп ебәрҙем. Үҙебеҙҙе автомобиль менән бер организм итеп тойоуҙың яҡшымы, насармы икәнен әлегә аңламайым.