Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында Рәсимә Ғайсина-Дәүләтбаева менән Рафаэль Мәхмүтовтың китаптары донъя күреү хөрмәтенә матур сара уҙҙы.
Был ике иҫ киткес авторҙың шиғырҙарын һеҙ беҙҙең гәзитебеҙ биттәрендә күп тапҡырҙар уҡынығыҙ. Уларҙың юлдарында һәр саҡ Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ, илһөйәрлек, тормошҡа һәм тәбиғәткә һөйөү тойғоһон күрергә мөмкин.
Рәсимә Шәһиҙулла ҡыҙы менән Рафаэль Әхмәт улына бөтмәҫ ижади илһам, иҫ киткес идеялар, яҡшы һаулыҡ, тормошта тоғро уңыш һәм шәхси бәхет теләйбеҙ.