Бер төн уртаһында ирем менән мине улыбыҙ уятты. Уның бөтә йөҙө ҡот осҡос тырналып бөткән ине. Ул бик ныҡ итеп илай һәм беҙҙе саҡ-саҡ уятҡанын һөйләй ине. Баҡтиһәң, газ үткән шланг шартлаған, бала булмаһа, беҙ тонсоҡор инек.
Барыһы ла тынысланғас, мин улымдың битен эшкәртә башланым һәм уның йөҙөн нисек шул тиклем ныҡ итеп яралана алғанын һораным. Ул тыныс йоҡлағанын һәм кемдер уның күкрәгенә һикереп, үткер тырнаҡтары менән яңаҡтарын тырнап алыуын һөйләне. Ә ауыртыуҙан уянғас, ул сәйер еҫ һиҙеп, беҙҙе уятырға йүгергән.
Аллергия арҡаһында беҙ бер ниндәй йәнлек тотмайбыҙ, әммә ул кем генә булмаһын, рәхмәт!