Бөгөн Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының конференцияһы үтте.
Уҡытыусылар был йәһәттән киләсәккә пландар төҙөү, уҡыусыларҙы берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләү, заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланып, яңы стандарт талаптарына ярашлы сифатлы уҡытыу, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү кеүек һорауҙарға яуаптар алды, үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты.