Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Мая 2024, 12:21

Егетһеҙ, әммә гипс менән

   

Егетһеҙ, әммә гипс менәнЕгетһеҙ, әммә гипс менән
Егетһеҙ, әммә гипс менән

"Бер көндө минең менән көлкө, әммә шул уҡ ваҡытта күңелһеҙ хәл булды

Кискеһен, туҡталышыма барып еткәс, мин ер аҫты үткәүеле буйлап үҙ йортом яғына китеп бара инем. Һәм ҡапыл артымдан гитаралы ике сибәр егет килеүен күреп ҡалдым.

Минең уларҙың береһе менән шул тиклем танышыу теләге тыуҙы. Әммә мин йығылып барған кеүек ҡыланыуҙан да аҡыллыраҡ бер нәмә лә уйлап тапманым. Минең уйҙарымда һуңынан уларҙың береһе миңә ярҙам итергә тәҡдим итер ине.

Һөҙөмтәлә мин ысынлап та баҫҡыстан ҡолап төштөм, ҡулымды һындырҙым, ә егеттәр миңә ярҙам тәҡдим итмәне. Төн буйы травматологияла ултырҙым. Егетһеҙ, әммә гипс менән."

Айһылыу М.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас