Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Май 2024, 06:46

Теге донъянан

   

Теге донъянанТеге донъянан
Теге донъянан

"Үлер алдынан ысынлап та теге донъянан туғандарыңды һәм киләсәкте күрергә мөмкинме?

Бәләкәй булһам да ҡарт өләсәйемде бик яҡшы хәтерләйем. Уның үлеме лә минең хәтерҙә мәңгегә һаҡланып ҡалды.

Уның үлеме бик ауыр булды: ул ашаманы, торманы, ҡан баҫымы ла өҙлөкһөҙ һикерә ине. Әммә бер көндө ул урынынан тороп ятҡан ерен йыйыштырып, матур итеп кейенеп, сәсен тарай башланы. Бөтөн ғаиләбеҙ түшәктә йәшелсә кеүек ятҡан кешенең яңынан терелеүенә шаҡ ҡатты.

Шул көндө ул йырҙар йырлап ашарға әҙерләне, һәм йөҙө бик шат ине. Ә һуңынан уға бирелгән һорауға: "һиңә еңелерәкме?" ул: "Мин әҙерләнәм бит. Мине туғандарыбыҙ көтә. Һәм һине, Кәрим, көтәләр!" - тине. Шулай итеп, ул шул көндө йоҡларға ятып үлеп тә китте. Ә Кәрим (беҙҙең туғаныбыҙ) бер айҙан аварияға эләгеп баҡыйлыҡҡа күсте."

Г.Б.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас