«Ҡәҙерле йәштәр, һеҙҙе ысын күңелдән ошо иҫтәлекле көнөгөҙ менән ҡотлайым! Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән ир-егеттәребеҙ менән ныҡ ғорурланабыҙ. Яугирҙәргә тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, ә хәләл ефеттәренә сабырлыҡ теләйем. Барыһы ла килеп сығыр, ауырлыҡтар артта ҡалыр тип ышанам, тине Азамат Мырҙағәли улы. Бер-берегеҙҙе яратығыҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм бөгөнгөләй бәхетле булығыҙ. Бәхет һәм мөхәббәт теләйем!»