"Тәүге иремдең әсәһе менән танышҡанда, ул миңә тәкәббер һәм тупаҫ итеп: «Һинең өсөн Миңһылыу Мөнир ҡыҙы. Мине әсәй тип атарға ла уйлама!» Мин аптырап ҡалдым, сөнки был беҙҙең беренсе осрашыуыбыҙ ине, әммә мин шунда уҡ уға шундай уҡ тон менән яуап бирҙем: "Ой, һеҙ нимә! Әсәйем минең, Аллаға шөкөр, бар. Һәм уның урынын бер ниндәй ҙә Миңһылыу Мөнир ҡыҙы биләй алмаясаҡ!». Эх, беҙҙең арала һуңынан шундай "күңелле" мөнәсәббәттәр төҙөлдө...
Ә бына икенсе ҡәйнәм менән беҙ 20 йылдан ашыу бик татыу йәшәйбеҙ. Ул бик зирәк ҡатын, һәм миңә кәңәштәр бирә, мин уларға бик мотлаҡ таянам. Һәм үҙ әсәйем булыуға ҡарамаҫтан, уны ла әсәй тип атайым."
Ф.Я.