Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Июнь 2024, 05:50

Аҡылдан яҙырлыҡ

   

Аҡылдан яҙырлыҡАҡылдан яҙырлыҡ
Аҡылдан яҙырлыҡ

"Мин әле бәләкәй саҡта, 3 йәшемдән баҡсабыҙ янында бәләкәй ҡыҙҙы күрә башланым. Ул минән саҡ ҡына олораҡ ине. Беҙ уның менән сәғәттәр буйы уйнай һәм һөйләшә инек. Ә исеме уның Вәлиә ине. Осрашыуҙарыбыҙ аҙағында ул һәр ваҡыт ас булыуы һәм ашарға теләүе хаҡында әйтә торғайны. Был һүҙҙәрҙән һуң мин тиҙ генә өйгә ашханаға йүгереп, ризыҡ алып, уға алып сыға инем. Әммә мин сыҡҡанда, ул һәр ваҡыт юғала ине. 13 йәшемдә мин күрше әбей менән һөйләшеп киттем, һәм ул аслыҡ ваҡытында ҡаршы өйҙә бер ғаиләнең аслыҡтан вафат булыуын һәм уларҙың ҡыҙҙары Вәлиә икәнен һөйләне. 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте, ә мин әле лә бәләкәй әхирәтемдең һөйләгәндәрен хәтерләйем..."

Х.Ш.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас