Телефондан ҡысҡырып һөйләшеп барғаны өсөн, автобуста берәүгә иҫкәрмә яһайҙар. Уға бигерәк тә "олень" һүҙе оҡшамай. Ул күп уйлап тормай, иҫкәрмә яһаусыға бысаҡ менән ташлана. Бәхеткә күрә, яралыға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелә.