"Яңыраҡ өләсәйем атаһы менән әсәһен төшөндә күргән. Улар өсәүләп паркта, уның бала сағандағы кеүек, ҡулдарына-ҡул тотоношоп йөрөгәндәр. Өләсәйем, төшөндә уларҙың күптән үлгәнен аңлап: «Һеҙ унда нисек йәшәйһегеҙ?» - тип һораған. Атаһы, дөйөм алғанда барыһы ла яҡшы икәнен, тик башы бик туңыуы һәм уға кәпәс кәрәклеге хаҡында һөйләгән. Икенсе көндө өләсәйем, үҙе менән яңы башлыҡ алып, зыяратҡа юлланған һәм атаһының ҡәберендә баш тирәһендә һуҡыр сысҡан менән ҙур соҡор ҡаҙылғанын күргән.
Шул саҡта беҙ был һәм теге донъя араһында бәйләнеш барлығын аңланыҡ..."
Әлиә З.