Башҡортостандың Яҙыусылар союзында ғаризаларҙы 21 июнгә тиклем ҡабул итәләр. Материалдарҙы (китап, кандидатты ҡарау тураһында ғариза) Яҙыусылар союзы аппаратына тапшырырға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 7 (906) 375-87-09 — Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда 2024 йылдан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын тапшырыла башлай. Өс премияның һәр береһе — 1 миллион һум.