Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь , 15:43

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы пляжда ял итеү өсөн кәңәштәр бирҙе

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының тышҡы коммуникациялар бүлеге етәксеһе Регина Аҡмалова Республика менән идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында республика халҡына пляжда ял итеү өсөн кәңәштәр бирҙе.

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы пляжда ял итеү өсөн кәңәштәр бирҙе
Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы пляжда ял итеү өсөн кәңәштәр бирҙе

Махсус йыһазландырылған һәм рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инергә кәрәк, өҫтәүенә эскән килеш һыуға төшөргә һәм һалҡын һыуҙа оҙаҡ ятырға ярамай. Ярҙан алыҫ йөҙөп китергә кәңәш ителмәй.

«Балаларҙан күҙ яҙҙырмағыҙ, таныш булмаған урында суммағыҙ, сөнки унда баш менән һуғылып, аңды юғалтырға һәм һәләк булырға мөмкин», — тине эксперт.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Башҡортостанда 141 рәсми пляж асылыуы билдәле булды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-07/rospotrebnadzor-bashkirii-dal-rekomendatsii-dlya-otdyha-na-plyazhe-3802432

Автор:Иван Вавилов.
Фото: Ксения Калинина.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: