Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
14 Июня 2024, 00:23

ЗАМАНА

Боларыша илдәр. Кем уҙарҙан

Добавить в предпочтительные источники Google
ЗАМАНАЗАМАНА
ЗАМАНА

Башын юя ирҙәр. Ныҡ ауыр..
Бер ҡатындың ҡанай йөрәк ите,
Бер әсәнең һыҡтай эс-бауыр.

Үрелә лә халыҡ күккә текләй
Күктәр уҫал быйыл-былтырлы.
Өтөп алып бара ҡыҙыу ҡояш,
Һыуығы ла тамам ҡоторҙо.

Болара күк. Йәйҙә ҡар яуһынмы,
Борсаҡ яуһын, ямғыр ҡойһонмо.
Ишелеп бара илдең яурындары,
Миктәй аҫыл ғына буй-һыны.

ТАМАРА ҒӘНИЕВА ШИҒЫРЫ.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас