Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Августа 2024, 00:34

ҠАУЫНДЫ КИПТЕРЕП ҠАРАҒАНЫҒЫҘ БАРМЫ?

Һеҙ ашалмай ҡалған ҡауынды нимә эшләтәһегеҙ?

ҠАУЫНДЫ КИПТЕРЕП ҠАРАҒАНЫҒЫҘ БАРМЫ?ҠАУЫНДЫ КИПТЕРЕП ҠАРАҒАНЫҒЫҘ БАРМЫ?
ҠАУЫНДЫ КИПТЕРЕП ҠАРАҒАНЫҒЫҘ БАРМЫ?

Әйтәйек, һатып алдың, ә ул бик тәмле түгел. Ризыҡ әрәм булмаһын тип, көсләп-көсләп ярты-йорто ашап ташлағансы уны киптерергә мөмкин. Ҡышҡыһын танһыҡ саҡта, йәй еҫе сығарып, кәнфит урынына сәйгә ҡушып ашарға була.

Былтыр эшләгәйнем, бик оҡшаны. Ул бөтөнләй бешмәгән ҡауын ине, киптергәс, барыбер тәмле булды. Быйыл ярайһы уҡ татлы, әммә ҡатыраҡ ҡауындан яһаным — шул тиклем тәмле, хатта шәкәре һорайып өҫкә ҡалҡып сыҡты.
Шулай уҡ ҡарбузды ла киптерергә мөмкин.

Рәхимә МУСИНА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас