Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2024, 05:32

Һайлауға - һыбай

Илүзә Солтанғолова - Иштуған ауылы ҡыҙы. Ул Салауат медицина колледжы студенты. Һайлауҙа үҙ тауышын биреү өсөн ялға ҡайтҡан ул. 

Һайлауға - һыбайҺайлауға - һыбай
Һайлауға - һыбай

Илүзә Солтанғолова - Иштуған ауылы ҡыҙы. Ул Салауат медицина колледжы студенты. Һайлауҙа үҙ тауышын биреү өсөн ялға ҡайтҡан ул. Илүзәнең мәктәптә уҡығанда уҡ тормошҡа, эргә-тирәләге күренештәргә, тәбиғәткә ҡарата ижади ҡарашлы булыуын белә инек. Тирә-йүндә барған ваҡиғаларға үҙ фекере булған ҡыҙ һайлауға башҡорт милли кейем кейеп, һыбай килгән. Уның менән әсәһе Гөлназ һәм ҡустыһы Сыңғыҙ шулай уҡ милли костюмда килгән.
"Һайлауға байрамға һымаҡ килеүселәрҙе күреү бик ҡыуаныслы. Улар беҙҙең яуаплы эшебеҙгә күтәренке кәйеф, дәрт-илһам өҫтәп китә", - ти һайлау участкаһы ағзалары.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас