Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2024, 00:16

Башҡортостан Башлығы отпускыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 5 октябргә тиклем отпускыға сыҡты. Шул уҡ ваҡытта республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре республика етәксеһенең даими контролендә ҡала. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Башҡортостан Башлығы отпускылаБашҡортостан Башлығы отпускыла
Башҡортостан Башлығы отпускыла
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл аҙағына тиклем Өфөлә байтаҡ күләмле саралар көтөлә. Улар иҫәбендә – Рәсәй Президенты ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы менән «Рәсәй  –спорт державаһы» халыҡ-ара форумы, шулай уҡ Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы. Матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, был саралар республика Башлығынан ҙур әҙерлек һәм иғтибар талап итә.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас