Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2024, 01:13

Үҙ ғәйебен таныны

Башҡортостандың элекке транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов судҡа тиклемге килешеү төҙөнө һәм икенсе фигурант тураһында мәғлүмәттәр бирҙе. Был хаҡта судтағы тәфтишсегә һылтанма менән РИА Новости телеграм-каналында хәбәр ителә. Май айында ҡулға алынған экс-чиновник ришүәт алыуҙа ғәйебен таныны, тиелә унда.

Үҙ ғәйебен таныныҮҙ ғәйебен таныны
Үҙ ғәйебен таныны
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, тәүтикшереү барышында Александр Клебановтың транспорт һәм юл хужалығы министры, «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы булған ваҡытта «Киви» йәмғиәте етәкселегенән дөйөм ҡурсалау өсөн 5 миллион һум ришүәт алыуы асыҡланды. Элекке чиновник 7 октябргә тиклем өйҙә һаҡ аҫтында ултыра.

Фото:Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас