Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2024, 15:56

Өсмөйөш

Был донъяла бер һин генә түгел, 

ӨсмөйөшӨсмөйөш
Өсмөйөш


Һине яратыусы мин дә бар.
Тик мин генә түгел, - тағы берәү
- Һин яратҡан кеше - ул да бар.

Уның өсөн бәлки һине түгел,
Ә башҡаны һөйөү шатлыҡтыр...
Һин әйтәһең - мине артыҡ, тип,
Ә мин әйтәм - уны артыҡ, тим...

Был мөхәббәт күптән таныш булған
Ҡағиҙәне һаман ҡабатлай:
Үҙең яратмаған һине һөйә,
Һин яратҡан - һине яратмай.

Ғүмер юлын башлап икәү уҙа,
Юл сатында ҡала өсөнсө.
Берҙең бәхете - икенсегә ҡайғы,
Ә ҡайғыһы, бәлки, һөйөнсө.

Яҙмыш гелән өс йөрәкте шулай
Сәкәштерә ғишыҡ юлында...
Был донъяны түп-түңәрәк, тиҙәр,
Юҡ, түңәрәк түгел,
Өсмөйөштән тора был донъя.
(Ә. Атнабаев) .

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас