Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Октябрь 2024, 04:05

Ике ҡатынлылыҡҡа һеҙҙең ҡараш

"Ике ҡатын аҙғынлыҡмы?" Редакция почтаһына килгән хатты тәҡдим итәбеҙ. Һеҙҙең фекер нисек?

Башҡорт байыһа икенсе бисә алһынмы... әллә ҡыҙҙарыбыҙ сит милләтте арттырһынмы
Һеҙҙең “башҡорт байыһа, бисә ала” тигәндәренә фекерегеҙ нисек? Ҡатын-ҡыҙҙыҡын, аңлайым, кире буласаҡ. Сөнки ике-өс ҡатын алыуҙы, ғөмүмән, аҙғынлыҡ тип аңлау әле булһын һаҡланып килә. Әммә, тарихҡа байҡау яһаһаҡ, Бөйөк Ватан һуғышында, уға тиклемге яуҙарҙа һәләк булған ағайҙарының ҡатындарына ҡәйнештәре өйләнмәһә, бергәләп балаларын аяҡҡа баҫтырмаһа, бөтөн ғаилә булып йәшәп алып китмәһә, бөгөнгө хәлебеҙ нисек булыр ине икән, күҙ алдына килтереүе ҡыйын. 70-80 йәшлек инәй-бабайҙар менән һөйләшкәндә һәр икенсеһенең һуғыштан һуң донъяға килгән туғандарының атаһы икенсе, йәғни ағай тейешле кеше. Аңлатыбыраҡ әйткәндә - әсәй бер, атай башҡа. Бөгөн дә улар нәҫел ебен дауам итеп, татыулыҡта йәшәй. Ҡатын-ҡыҙҙар һаны менән ир-аттыҡы тап килмәгәнен дә яҡшы беләбеҙ. Производстволағы травма, юл-транспорт ваҡиғаһы, төрлө ауырыу, тәмәке тартыу, наркоманияға тиҙ бирешеү һымаҡ хәүеф тә ир-егеттәребеҙҙең ғүмерен ҡыҫҡарта. Бәлки ошоға бәйле бөгөн олоғайғансы үҙ тиңен тапмаған, бала үҫтереү бәхетенән мәхрүм ҡатындар һаны арталыр. Бәләкәй саҡта күрше инәйҙең ғаиләһендә тәрбиәләнгән малайҙарҙың фамилиялары бер, ә аталарының исемдәре ике төрлө булғанын үҫкәс кенә аңлауымды хәтерләйем. Баҡтиһәң, ҡустыһы фронтта һәләк булғас, киленен ҡайнағаһы икенсе ҡатынлыҡҡа алған икән.
Бөгөн дә тарих ҡабатлана, ағаһы махсус хәрби операцияла һәләк булғас, бер туған ҡустыһы уның балаларын йәтим итмәҫ өсөн еңгәһенә тәҡдим яһап, бергә йәшәгәндәрен беләм. Ағаһы өсөн үс алыу теләге, илһөйәрлек тойғоһоноң саҡырыумы - бөгөн ул да контракт төҙөп, яуҙа йөрөй, кәләше сабый көтә. Ҡыҙҙарыбыҙ сит милләт вәкиленә кейәүгә сығып, икенселәрҙе һан яғынан арттырыуына аптырмайбыҙ, уға өйрәнеп тә бөткәнбеҙ, ә икенсе ҡатын алырға булһа, сәйнәмәй йоторға әҙербеҙ. Ғаиләле булып та, ситтә балаһы үҫкән ирҙәр ҙә юҡ түгел. Ситтәр башҡорт ҡыҙҙарын алып, өҫтөнән йөрөй, тиң күрмәй барыбер. Был турала ни өсөн яҙам? Хәллерәк һаналған мосолман ир-егеттәргә, әгәр ҡулынан килеп матди яҡтан тәьмин итеү мөмкинлеге булһа, икенсе, өсөнсө ҡатынға өйләнеү сауаплы ғәмәл һаналыр ине. Быға динебеҙ ҡаршы килмәй бит...
Рәйсә СӘҒИТОВА.

Ике ҡатынлылыҡҡа һеҙҙең ҡараш
Ике ҡатынлылыҡҡа һеҙҙең ҡараш
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас