Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2024, 12:53

Һәр кемдең үҙ тарихы бар

   

Һәр кемдең үҙ тарихы барҺәр кемдең үҙ тарихы бар
Һәр кемдең үҙ тарихы бар

24 йәшлек егет, поездың тәҙрәһенә ҡарап, ҡысҡыра: "Атай, ҡара, ағастар!"
Ир йылмая, ә эргәлә ултырған йәш пар егеттең бала саҡ тәртибенә ҡыҙғаныу менән ҡарай. Ҡапыл ул тағы ҡысҡырып ебәрә: "Атай, ҡара, болоттар беҙҙең арттан йөҙөп килә!"
Ир менән ҡатын, аптырап, ҡартҡа: "ниңә улыңды яҡшы табипҡа алып бармайһың?" Ҡарт йылмайып: "Ә беҙ дауахананан ғына, улым тыумыштан һуҡыр ине, ул бөгөн генә күрә башланы", - тине.
Планеталағы һәр кешенең үҙ тарихы бар. Кешеләрҙе ысын мәғәнәһендә танығансы хөкөм итмә. Хәҡиҡәт һеҙҙе ғәжәпләндерә ала.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас