Уны миңә дуҫым һөйләне. Был донъяла юҡ инде ул хәҙер. Ҡаты сирҙән вафат булды.
Уға тәүҙә дөрөҫ диагноз ҡуя алманылар. Төрлө врач төрлөсә дауаланы. Ауырыуын табып, дауаханаға һалғандарында һуң ине инде. Шулай, бер көн эңер төшкәс һыҙланыуына сыҙай алмай урамға сыҡҡан. Бөтә тәбиғәт ҡар яуғанын көтөп тын ҡалған. Шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Парктың кеше һирәк йөрөгән һуҡмағынан үтеп барғанда кәртә буйында ул ниндәйҙер күләгә күреп ҡала. Күп тә үтмәй йылы ел иҫкәнен, битен һыйпағанын тоя. Ул да булмай теге күләгә яҡын уҡ килә. Йәмил унда әсәһенең йөҙөн күрә. Хатта уның тауышын ишетә: “Улым, ҡайғырма, ауыртыуҙарыңдан тиҙҙән ҡотолорһоң”, - ти ҙә юҡ була.
Был хаҡта ул миңә шунда уҡ шылтыратып әйтте. Ә иртәгеһенә иртүк туғандары Йәмилдең яҡты донъяларҙан китеп барыуы хаҡында хәбәр итте.
Һүрәт гигачат нейроселтәренән.