Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2024, 09:20

Рәсәйҙә вуздарға инеү тәртибе үҙгәртелә

Рәсәйҙә 2026 йылда юғары уҡыу йортттарына инеү тәртибен үҙгәртеү күҙ уңында тотола.

Рәсәйҙә вуздарға инеү тәртибе үҙгәртеләРәсәйҙә вуздарға инеү тәртибе үҙгәртелә
Рәсәйҙә вуздарға инеү тәртибе үҙгәртелә

Педагогик белгестәр өсөн буласаҡ һөнәр профиле буйынса мәжбүри БДИ индереләсәк. Был хаҡта “Коммерсант” яҙа.

География уҡытыусыһы булырға теләгәндәргә ике мәжбүри фәндән – рус теленән һәм йәмғиәт белеменән тыш, география буйынса ла берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға кәрәк буласаҡ. Ә менеджмент һәм иҡтисад белгесе буйынса уҡырға инеүселәр өсөн сит тел буйынса имтихан төшөп ҡаласаҡ, тип белдергән фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков.

Үҙгәрештәрҙе 2025 йылда уҡ ғәмәлгә индереү планлаштырылған булған. Ләкин атай-әсәйҙәр яңы һынауға әҙерләнергә өлгөрмәйәсәктәренә борсолоу белдергәс, был уйҙан кире ҡайтҡандар.

https://www.kommersant.ru/doc/7232918?ysclid=m2d2vpg4dm82819167

Рәсәйҙә вуздарға инеү тәртибе үҙгәртелә
Рәсәйҙә вуздарға инеү тәртибе үҙгәртелә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас