Бер көн кисен, пленкалы фотоаппаратҡа төшөрөлгән фотоларға байҡау яһағанда, шуларҙан да ҡәҙерлерәк рәсемдәр юҡлығын аңланым. Һәр кадр үҙендә ниндәйҙер сер һәм һорау йәшереп тороуы менән дә ҡәҙерле ине: фоторәсемде сығарған ваҡытта, уны яҡтылыҡ боҙмаҫмы,һинең өсөн мөһим мәл һаҡланып ҡалырмы? Һанлы технологиялар барлыҡҡа килгәс, была өсөн ҡурҡырға, пленканы экономияларға, күренештең баҫылыуын көтөргәкәрәкмәй. Фотоальбомды аҡтарғанда, уларҙың минән артҡы планға күскәнен ҡабул итергә мәжбүр булам. Сөнки «ташландыҡ» ҡумтала, келәттәге башҡа әйберҙәр аҫтында таптым. Шуға күрә элекке фоторәсемдәр минең ҡулға һирәк эләгә. Бөгөн, иҫкеләрен онотоп, смартфондағы заманса фотоларҙы ҡарап алыу күпкә еңелерәк...
Мин бәләкәй саҡта камера бик ҡиммәтле әйбер булһа, ата-әсәйемдең бала сағында күпселек ғаиләләрҙә ваҡытты ҡағыҙҙа “туҡтатыу” мәлен биргән ҡорамалды һатып алыу мөмкинлеге булмай. Ул ваҡытта күп кеше йылына бер тапҡыр фотосалонға барыу менән сикләнә. Салондағы тәжрибәле фотографтың «команда»һы менән ябай, ҡалыпҡа һалынған рәүештә: әсәй һәм атай менән эскәмйәлә ултырып, ниндәйҙер ябай декорация йәки һәйкәл янында баҫып фотолар төшөрөлә. Ул ваҡытта төҫтәрҙең сифаты менән дә маҡтанырлыҡ булмай: бына әле ҡулымда ҡаралы-аҡлы фотолар. Әммә шулай ҙа улар миңә яҡын, сөнки рәсемдәрҙә бала саҡ, йәшлек, 40-50 йыл элек булған мәлдәр «туҡтаған». Ҡайһы берҙәре бер генә данала, ситтәре бөкләнеп, һарғайып бөткән. Уларҙың күсермәһен йә ишен таба алмағанлыҡтан, айырыуса һаҡсыл ҡараштаһың. Ҡайһы берҙә кешеләр, бер-береһенә үпкәләп,фотоһүрәттәрҙе йыртып, мейескә ташлай.
Ә бит, иғтибарлыраҡ ҡараһаң, тап ошо фотоларҙа тормоштоң иң бәхетле мәлдәре һаҡлана. Йәшерен-батырыны юҡ, минең ғаиләлә лә ундай үпкәләүҙәр булып, ҡайһы бер фотолар зыян күрҙе. Үкенескә күрә, улар араһында бала сағымдан ғәҙәти ауыл тормошон сағылдырғандары юҡ икән бит.Ни әйтәһең инде, хатта атайым менән фотосалонда төшкән берҙән-бер фото ғына бар. Унда алыҫ 1985 йылда әсәй, атай һәм мин һүрәтләнгәнбеҙ. Фотограф минең иғтибарымды йәлеп итеп, яҡшы рәсем килеп сыҡты, әммә йөҙөмдә ғәжәпләнеү сағыла. Ғаиләбеҙҙең тулы булыуын дәлилләгән фотоны ҡулға алғас, унда уҙған ғүмеремдең тәүге ун йылын хәтерләйем.
Хәҙер замана үҙгәрҙе: һәр кемдең ҡулында фотоаппарат. Миллионлаған кадр төшөрөргә мөмкин, уларҙың яҡтылыҡ тәьҫирендә боҙолоуы ла ҡурҡытмай. Ике тапҡыр баҫып, башҡалар менән бүлешеп, күсермәһен яһап, сифатын яҡшыртып була.
Минең яурынымда һәр ваҡыт фотоаппарат, ҡыҙыҡлы күренеште төшөрөп алыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмайым. Балаларымды ла онотмайым, бәхетле мәлдәрен эләктереп ҡалырға тырышам. Уларҙың тыуғандан алып төшөрөлгән фотоларын һәр йыл һайын айырым папкаларға урынлаштырам. Балалар ҡыҙыҡһынып, видео һәм фотоларҙан үҙҙәренең ниндәй булғанын ҡарай. Йыл һайын, бер үк ваҡытта, беҙ бергәләп фотоға төшәбеҙ һәм рәсем аша кемдең нисек үҫкәнен, үҙебеҙҙең олоғая барыуыбыҙҙы күрәбеҙ. Бик ҡыҙыҡ, сөнки тормошта ундай үҙгәрешкә әллә ни иғтибар итмәйһең, ә бына фотоларҙа асыҡ күренә.
Иҫке фотоларҙы һаҡ ҡына һыйпап, альбомға һалам. Хәҙер инде теге ҡумтаны алыҫ мөйөшкә ҡуймайым, фотоальбомды ла күренгән урынға һалам, теләһә ҡайһы ваҡытта уларҙы яңынан алып, һүрәттәр аша йылмайып ҡараған кешеләргә яуап итеп йылмайып ҡуям...
Илнур БАЙГИЛДИН.
Фото архивтан.