Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2024, 10:20

Башҡортостанда ашнаҡсылар етмәй

Мәғлүмәттәр буйынса  Башҡортостанда бер ашнаҡсы, икмәк бешереүсе йәки кондитер вакансияһына ни бары 0,9 резюме тура килә (дөйөм алғанда Рәсәй буйынса — вакансияға 1,1 резюме). Быйыл туғыҙ айҙа республикала ашнаҡсыларға ихтыяж 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 20 процентҡа артҡан (дөйөм алғанда ил буйынса — 31 процент).

Башҡортостанда ашнаҡсылар етмәйБашҡортостанда ашнаҡсылар етмәй
Башҡортостанда ашнаҡсылар етмәй

Йыш ҡына бындай белгестәрҙе аҙыҡ — түлек ваҡлап һатыу тармағынан компаниялар (53% вакансиялар), икенсе урында-ресторандар һәм дөйөм туҡланыу тармағынан ойошмалар (40%) эҙләй. Ҡалған ашнаҡсы вакансиялары башлыса ҡунаҡханаларға, икмәкханаларға һәм кондитерҙарға тура килә. Ашнаҡсыларға уртаса 51,3 мең һум эш хаҡы тәҡдим ителә, ә кандидаттар үҙҙәре 51,1 мең һумға иҫәп тота. Ашнаҡсыларға дәғүә итеүселәрҙең 49 проценты ир-егеттәр һәм 51 проценты ҡатын-ҡыҙҙар. Бындай эште алырға теләүселәрҙең 31 проценты — 25 йәшкә тиклемгеләр, 53 проценты — 26 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләр, 17 проценты-46 йәштән өлкәндәр.

Башҡортостанда ашнаҡсылар етмәй
Башҡортостанда ашнаҡсылар етмәй
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас