Апайҙар эй ҡарт ине:
Йәшлектәре үткән кеүек,
Өйҙә генә ят ине!
Үҙебеҙ утыҙға еткәс,
Күңел башҡаса теләй:
Ун һигеҙҙә – бала-саға!
Илле йәштә –ағинәй!
Ә ҡырҡ биштә… Йөрәк дәрте
Тора ташып-артылып,
Еләк кеүек тулып бешкән,
Аша, торма тартынып!
Алтмышҡа аяҡ баҫҡанда
Көс кәмерәк, дәрт етә,
…”Өләсәй,”- тиһә егеттәр,
Бер аҙ йәл булып китә…
Киләсәктә ни көтәлер –
Үҙемсә фараз ҡорам,
Серҙе асам: һикһәнемдән
Үҙем дә ҡурҡып торам!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.