Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2024, 01:30

Ҡайҙа?

Ҡайҙа булған минең инәйҙәрем –Тәҙрә төптәрендә, эскәмйәлә?Инәйҙәрҙән аҡыл-кәңәш туплап,Ауылымда ҡыҙҙар үҫмәйм(е) әллә?

Ҡайҙа?Ҡайҙа?
Ҡайҙа?

Ҡайҙа булған минең инәйҙәрем –
Тәҙрә төптәрендә, эскәмйәлә?
Инәйҙәрҙән аҡыл-кәңәш туплап,
Ауылымда ҡыҙҙар үҫмәйм(е) әллә?
Ҡырын баҫҡандарын тыйыусы юҡ,
Фәһемле һүҙ әйтеп, ҡурсып торған.
Күрше күршеһенән йөҙ сөйөргән,
Тәҙрәләрҙә – аҫыл шаршау-ҡорған.
Ҡайҙа булған ауыл инәйҙәре
Сөкөрҙәшеп кенә ултырырлыҡ?
Күңелемдең минең бушлыҡтарын
Әкиәттәр менән тултырырлыҡ...

Айһылыу Ғарифуллина.

https://vk.com/id200052691

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас